

Башҡортостан прокуратураһы Дыуан районында йәшәүсегә һәм пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән бизнесменға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Улар «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү» һәм «тормош һәм һаулыҡ хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү арҡаһында ике һәм унан да күберәк кешене үлемгә дусар итеү» статьялары буйынса ғәйепләнә.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 10 ғинуарында 37 йәшлек ғәйепләнеүсе 15 пассажир ултырған Ford Transit микроавтобусы менән идара иткән һәм Оло Ыҡтамаҡтан Өфөгә юлланған. Янғантау ауылы янынан үтеп барғанда, ҡар яуыуы сәбәпле күреү мөмкинлеге сикле булғанда, ул тиҙлекте арттырған һәм, уҙып китеүҙең хәүефһеҙлегенә инанмайынса ҡаршы һыҙатҡа сығып, ҡаршыға килгән пассажир автобусы менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында 14 кеше зыян күргән: 13 йәшлек ҡыҙ һәм 6 йәшлек малай алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк булған, 17 йәшлек ҡыҙ икенсе көндө дауаханала йән биргән, тағы 10 пассажир һәм икенсе автобус водителе төрлө тән йәрәхәттәре алған, шул иҫәптән икәүһенең һаулығына ауыр зыян килтерелгән.
«Пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу талаптарын боҙоп, шәхси эшҡыуар авария көнөндә законһыҙ рәүештә автобус менән идара итергә рөхсәт биргән. Шулай уҡ персонал менән юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау буйынса иҫкәртеү саралары уҙғарылмаған, хеҙмәткәрҙәрҙең эш һәм ял режимы үтәлмәгән, транспорт сараларының техник торошона рейс һәм смена алдынан контроль, шулай уҡ водителдәрҙе медицина тикшереүе ойошторолмаған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Прокуратураһында.
Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны. Енәйәт эше Салауат район-ара судына ебәрелә.
фото:ЮХХДИ.