КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
10 Март 2022, 09:22

Күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙән азат итеүҙәре ихтимал

-

Күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙән азат итеүҙәре ихтималКүп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙән азат итеүҙәре ихтимал
Күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙән азат итеүҙәре ихтимал

Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты ағзалары ошондай тәҡдим индерҙе.

Шулай уҡ башланғыстар иҫәбендә - 65 йәштән өлкәндәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең 70 процентын субсидиялау. Бынан тыш, эшһеҙҙәр булған ғаиләләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн субсидиялар биреү.

Граждандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәндә банк комиссияһын бөтөрөргә, идара итеүсе компаниялар өсөн уны 0,1% тиклем сикләргә, иҡтисади хәл ҡатмарлашҡан осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары өсөн һалым түләүҙе кисектерергә һәм йыйымдарҙы кәметергә тәҡдим ителә.

 

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Источник: www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас