

Баш ҡалала берәү полицияға шылтыратып, ике шикле әҙәмдең көрттә нимәлер эҙләүе тураһында хәбәр иткән. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Мамин-Сибиряк урамына юлланған.
Бында улар ике ирҙе күргән, берәүһе тимер көрәк менән көрттә нимәлер эҙләгән. Полицейскийҙар уларҙан нимә эшләп йөрөүҙәрен һораған. Тик улар ҡасмаҡсы булған, берәүһен шунда уҡ тотҡандар, ә икенсеһе тәртип һаҡсыһына көрәк менән һуғырға уйлаған.
Полиция хеҙмәткәре уны атып үлтергән. Енәйәтсе урында йән биргән. Шишмә районынан 41 йәшлек ир быға тиклем дә власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланған өсөн хөкөм ителгән булған. Икенсеһе - наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған 38 йәшлек Өфө егете.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар