КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Февраль 2022, 06:25

Иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған

Һөҙөмтәлә уның әсәһе һәм ике балаһы зыян күргән

Иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булғанИҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған
Иҫерек водитель аварияға сәбәпсе булған

Мәләүез район-ара прокуратураһы Салауат ҡалаһында йәшәгән иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. Ул «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең һаулығына ауыр зыян килтергән автомобиль водителенең иҫерек килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, иҫерек ғәйепләнеүсе 2021 йылдың авгусында төндә Өфө - Ырымбур автомобиль юлының 166-сы саҡрымында Nissan Qashqai автомобиле менән идара иткәндә «КамАЗ» йөк машинаһы менән төкөшкән.

Юл фажиғәһендә водителдең 60 йәшлек әсәһе, шулай уҡ уның 2 һәм 7 йәшлек ике улы йәрәхәтләнгән. Кроссовер водителенең иҫерек булыу-булмауын тикшереү һауала этанол парҙарының 1,005 мг/л булыуын күрһәтте, был билдәләнгән норманан алты тапҡырға күберәк.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше Мәләүез районы судына ебәрелгән. Алдан хәбәр ителгәнсә, Салауаттан 34 йәшлек ир көйәнтә артында бура ташыған йөк машинаһына бәрелгән.

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас