КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
16 Февраль 2022, 14:38

Тәмәке тартып, дүрт йәшлек баланың ғүмерен өҙҙө...

Ул нисә йылға төрмәгә ултырыр? 

Тәмәке тартып, дүрт йәшлек баланың ғүмерен өҙҙө...Тәмәке тартып, дүрт йәшлек баланың ғүмерен өҙҙө...
Тәмәке тартып, дүрт йәшлек баланың ғүмерен өҙҙө...

Былтыр көҙ республиканың Салауат ҡалаһында ҙур фажиғә булғайны. Биш ҡатлы йортта янғын сығып, дүрт йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө, уның 17 йәшлек апаһының һаулығына ҙур зыян килде.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, был янғында йорттоң дүртенсе ҡатында йәшәгән ир ғәйепле булып сыҡты. Ул иҫерек килеш өйөндә тәмәке тартҡан һәм уны һүндермәйенсә өйөнән сығып киткән. Ошо сәбәпле янғын сыға. Бишенсе ҡатта, ҡыҙҙар йәшәгән фатир, бик ныҡ зыян күрә. Тап шундағы бәләкәй ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә лә.

Иргә ҡарата “һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлтереү” һәм “һаҡһыҙлыҡ арҡаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү” статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғаталар. Ул үҙенең ғәйебен таный. Ошо көндәрҙә иһә Салауат ҡалаһы суды уның яҙмышын хәл итә: ул бер йыл да һигеҙ айға иркенән мәхрүм ителә. Ул дөйөм режимдағы колонияла ултырасаҡ. Әлегә суд ҡарары үҙенең законлы көсөнә инмәгән.

 

 

 

 

 

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-02-16/t-m-ke-tartyp-d-rt-y-shlek-balany-meren-2695409
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас