

Был хәл үткән аҙнала бар республиканы тетрәндергәйне: Мәләүез ҡалаһындағы сүп-сарҙы сортҡа бүлеү заводында үле бәпестең кәүҙәһе табылды. Күп тә үтмәне, был ҡот осҡос аҙымға барған кеше табылды.
Баҡһаң, бәпесте ошо ҡалала йәшәгән 26 йәшлек Лиана исемле ҡатын эш урынында тыуҙырған һәм сүплеккә сығарып ташлаған. Әйтеүенсә, сабый үлгән килеш тыуған булған.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ҡатындың әсәһе уның ауырлы икәнлеген белмәгән. Лиана ике балаһы менән бергә әсәһендә йәшәгән. Ауырлы булыуын нисек йәшерә алғандыр, билдәһеҙ.
Ҡатындың өс һәм дүрт йәшлек ике улы бар ине. Әле асыҡланыуынса, уларҙы аталары килеп алған.
“Бөгөн иртән миңә опека килде һәм был хәл тураһында һөйләне. Шок хәлендәмен, әле һаман ҡалтыранам. Нисек ул был аҙымға барғандыр, башыма һыйҙыра алмайым”, – тигән ир. Әйткәндәй, ул - ике өлкән малайҙың атаһы, ә өсөнсө бала унан түгел.
Әле сабыйҙың кәүҙәһен тикшерәләр, уның үле тыуғанмы, әллә тере булғанмы икәнлеген асыҡлайҙар. Әлегә ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмаған. Оҙаҡламай Лиананы әсәлек хоҡуҡтарынан мәрхүм итеү тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.
Фото: "Моя Уфа".