КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
26 Ғинуар 2022, 10:10

Полиция һатыусыны аяуһыҙ туҡмаған ирҙе эҙләй

-

Полиция һатыусыны аяуһыҙ туҡмаған ирҙе эҙләйПолиция һатыусыны аяуһыҙ туҡмаған ирҙе эҙләй
Полиция һатыусыны аяуһыҙ туҡмаған ирҙе эҙләй

Бөрө ҡалаһындағы сауҙа нөктәләренең береһен талағандар. Социаль селтәргә һалынған видеояҙмала камуфляж кейгән ир һатыусыны аяуһыҙ туҡмай. Уны иҙәнгә йығып һалып, типкесләй. Шунан аҡсаны алып сығып китә.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле полиция енәйәтсене эҙләй.

«Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса бүлегенә ошондай хәбәр килгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ ир һатыусыны ныҡ итеп туҡмаған, алты мең һумға яҡын аҡсаны урлап ҡасҡан. Енәйәтсе ҡыйнап имгәткән ҡатын дауаханаға оҙатылған, һөжүм итеүсене эҙләйҙәр», — тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-26/v-bashkirii-politsiya-razyskivaet-muzhchinu-v-kamuflyazhnoy-forme-zhestoko-izbivshego-prodavschitsu-2668944

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас