

Ваҡиға урынына килеп еткән полицейскийҙар ошо хәлдең сәбәптәрен асыҡлаған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, табын ваҡытында ҡырын тейәп алған ағаһы, элекке үпкәләрен иҫенә төшөрөп, асыуын тышҡа сығармаҡсы булған. Һеңлеһе лә яуапһыҙ ҡалмаған. Ҡыҙып киткән ир һеңлеһенең муйынына бысаҡ терәгән һәм үлтереү менән янаған. Йәш ҡатын ниндәйҙер мәлдә уны этеп ебәргән һәм йүгереп сығып киткән. Ул шунда уҡ полицияға шылтыратҡан.
Иргә ҡарата «үлтереү менән янау» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эш судҡа ебәрелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-25/v-bashkirii-brat-nabrosilsya-s-nozhom-na-rodnuyu-sestru-2667366