КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
22 Января 2022, 04:50

Ике йәшлек улына көсө еткән...

Бахыр сабый ишек яңағына бәрелә, әммә ҡоторған ир бының менән генә сикләнмәй...

Ике йәшлек улына көсө еткән...Ике йәшлек улына көсө еткән...
Ике йәшлек улына көсө еткән...

Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, Ауырғазы районында йәшәгән 51 йәшлек иргә ҡарата ике йәшлек улын һәләк иткән өсөн хөкөм ҡарары сығарыласаҡ.

Был башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә үткән йылдың 6 апрелендә була. Ғәйепләнеүсе ир ҡатыны менән әрләшкәндә баланы этеп ебәрә. Ир был мәлдә көнсөллөк арҡаһында баланы үҙенең улы итеп ҡабул итмәгән. Бахыр сабый ишек яңағына бәрелә, әммә  ҡоторған ир бының менән генә сикләнмәй, бер нисә тапҡыр ҡулдары һәм телевизор пульты менән балаға һуҡҡылай. Аҙаҡ баланы күтәреп алып иҙәнгә атып бәрә.

Малай ваҡиға урынында һәләк була, ә ир өйҙән сығып китә. Күп тә үтмәй, полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға ала. Ир ғәйебен танымаһа ла, эште судҡа ебәрәләр. Ике йәшлек балаға көсө еткән, ғаиләлә ҙур фажиғә тыуҙырған ғәйепләнеүсегә ниндәй яза сығарылһа ла, инде һуң –  йәшәй генә башлаған сабый ғүмерен ҡайтарып булмай.

 

 

 

 Фото: Башинформ.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-01-21/ike-y-shlek-ulyna-k-s-etk-n-2664110
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас