

Артем Мазовтың тарихын онотманығыҙмы әле? Ысынбарлыҡта, йыл буйы республиканы көсөргәнештә тотҡан был хәл әле оҙаҡ ҡына онотолмаҫ. Был ир ҡатыны менән талашып, ике балаһын алып сығып китте лә шунан һуң балаларҙы ла, үҙен дә иҫән килеш бер кемдең дә күргәне юҡ. Ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, балаларҙың үле кәүҙәләре һыу төбөнән килеп сыҡты. Ә Артем үҙе һаман юҡ.
Ваҡыт үтһә лә, был хәл тураһында Тәфтиш комитетында ла онотмайҙар. Комитеттың айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү бүлеге етәксеһе Эдуард Сәйетов тап ошо эш менән шөғөлләнә.
Әлегә Артем Мазовтың юғалыуы тураһында ике фараз бар. Беренсеһе буйынса, ул балаларын үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған. Тик кәүҙәһен генә табып булмай. Икенсеһе буйынса, ул ҡасҡан. Ирҙең психологик портретын төҙөгәндәр һәм экспертизалар үткәргәндәр, бынан һуң уның ҡурҡыныс ҡылығының сәбәбе асыҡланған: көнләшеү. Артем ҡатынын көнләшкән.
Әлеге ваҡытта ирҙе эҙләү дауам итә. Уның банк иҫәптәре контролдә. Әлегә унан аҡса алыусы йәки өҫтәүсе юҡ. Шулай уҡ барлыҡ ҡунаҡханалар, монастырҙар тикшерелә.
Билдәле булыуынса, Мазовтың ата-әсәһе сит илгә күсеп киткән. Бер яҡтан, был сәйер кеүек. Икенсе яҡтан ҡарағанда, уларҙы хәҙер Башҡортостанда бер нимә лә тотмай. Уларға тыуған яғында йәшәү әхлаҡи яҡтан да ауыр.
Нисек кенә булмаһын, Артем Мазовты эҙләү дауам итә, сөнки был ваҡиғала балалар үлтерелгән. Уның үҙен йәки кәүҙәһен тапҡас ҡына, эш ябыласаҡ. Әйткәндәй, уны 20 йылдан һуң тапһалар ҙа, яуапҡа тарттырасаҡтар.
Фото: ptoday.ru