

Кисә Мәләүездә мунса комплексы хужалары 2,5 йылға шартлы рәүештә иректән мәхрүм ителде.
2020 йылдың 4 июлендә 6 йәшлек ҡыҙыҡай өләсәһе һәм 8 йәшлек ағаһы менән мунса комплексына килгән. Ниндәйҙер мәлдә бала күҙ уңынан юғалған, аҙаҡ уны бассейн төбөндә тапҡандар.
Тикшереү үткәргәндән һуң, комплекстың ГОСТ һәм СанПиН талаптарына яуап бирмәүе асыҡланған. Ете йәшкә тиклемге балалар өсөн бассейн 60 сантиметрға тәрәнерәк, мәғлүмәт стендтары, инструкторҙар, табип бүлмәһе юҡ. Хеҙмәткәрҙәр һыуға батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә белмәй.
Комплекс етәкселеге балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамағанлығын аңлатырға, ә нормаларҙы үтәмәгән осраҡта уларҙы үтәүҙе талап итергә йәки хеҙмәт күрһәтеүҙән баш тартырға тейеш булған.
Берәүһе үҙ ғәйебен таныған. Ике хужаға ла хөкөм ҡарары сығарылған, шулай уҡ баланың туғандарына 2 миллион һум әхлаҡи компенсация түләттерелгән. Хәҙер комплексҡа арест һалынған.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар