КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Ғинуар 2022, 06:06

Балаларға ҡаршы ҡылынған енәйәтселек өсөн ҡаты яза

..

Балаларға ҡаршы ҡылынған енәйәтселек өсөн ҡаты язаБалаларға ҡаршы ҡылынған енәйәтселек өсөн ҡаты яза
Балаларға ҡаршы ҡылынған енәйәтселек өсөн ҡаты яза

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары педофилдарҙың иркен мәңгелеккә сикләү хаҡында закон ҡабул итте. Быға тиклем ошондай ауыр енәйәт ҡылыусыларға үлем язаһын ҡайтарыу йәки уларға электрон браслет тағыу хаҡында һүҙ  бара ине.

Балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын ҡыйған әҙәм аҡтыҡтарын мәңгелеккә төрмәгә ябыу законы һуңғы вариантта ҡабул ителде. Быға һуңғы йылдарҙа ғына түгел, ә бер –нисә ай элек ҡылынған ауыр енәйәтселек этәргес көс бирҙе. Яңы йыл алдынан ике уҡыусы ҡыҙ, ә йылдың тәүге көндәрендә биш йәшлек бала педофилдар ҡорбаны булды.

Законда  балаларға ҡаршы ауыр енәйәт ҡылыусыларға ҡарата шундай пункт бар. Әгәр ҙә енәйәтсе 18 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандарға ҡаршы енәйәтте тағы ҡабатлай йәки ике һәм унан да күберәк балаларға зыян ҡыла икән, уның ирке мәңгелеккә сикләнәсәк.

Ә бына үлем язаһын кире ҡайтарыу хөкөмө депутаттар тарафынан кире ҡағылды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Автор:
Читайте нас