КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Декабрь 2021, 04:15

Хәтере булмаған пенсионерҙы пансионаттан ҡыуып сығарғандар

Көйөргәҙе районында йәшәгән Рәсимә Аҡбирова үҙенең алыҫ туғаны хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Әҡсәм Һөйөнов Азатлыҡ ауылындағы пансионатта йәшәгән. Әммә уны ҡапыл ҡыуып сығарғандар.

Хәтере булмаған пенсионерҙы пансионаттан ҡыуып сығарғандарХәтере булмаған пенсионерҙы пансионаттан ҡыуып сығарғандар
Хәтере булмаған пенсионерҙы пансионаттан ҡыуып сығарғандар



— Машина менән килтерҙеләр ҙә эт кеүек урамға сығарып ташланылар. Улар ғариза яҙырға мәжбүр итте, унда прописка урынын, артабан ҡайҙа барырға йыйыныуын күрһәтергә ҡушты. Бындай адрес бөтөнләй юҡ, - ти Рәсимә.

Пансионат мөдире Ҡаҙаҡбаев тәүге тапҡыр ғына ошондай аҙымға бармай. Былтыр пансионатта йәшәгән берәүҙе еңел куртка кейгән килеш урамда ҡалдырып киткәйнеләр, тип һөйләне ханым.

Ир күрше ауылға тиклем 7 саҡрым араны йәйәү атлаған. Ул ваҡытта, Рәсимә әйтеүенсә, мәсьәлә ыңғай хәл ителгән, пансионат етәкселеге үҙ ғәйебен таныған.

- Был юлы бахыр ҡартты янғын сығарған тип ҡыуып сығарҙылар. Ул һыу ҡайнатҡысты һүндерергә онотоп сығып киткән, - тине Рәсимә.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас