

Башҡортостандың Юғары суды 31 йәшлек иргә ҡарата хөкөм ҡарарын законлы һәм нигеҙле тип таныны. Бынан алда Йылайыр район-ара судының хөкөм ҡарары менән ул үлтереүҙә ғәйепле тип танылды. Ир 7 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды.
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2020 йылдың октябрендә ғәйепләнеүсе һәм уның иҫерек туғаны араһында ыҙғыш сыға. Ғәйепләнеүсе ирҙе үҙенең машинаһының багажнигына урынлаштырып, урманға алып сыҡҡан, өҫтәлмә йәрәхәттәр биргән һәм йылы кейем-һалым, аяҡ-кейеме менән урманда ҡалдырған. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе ваҡиға урынында һыуыҡ тейҙереүҙән вафат булған. Һуңынан ғәйепләнеүсе уның әйберҙәренә ут төрткән һәм ирекмән сифатында туғанын эҙләүҙә ҡатнашҡан.
Хөкөм ителеүсе хөкөм ҡарары менән ризалашманы һәм апелляцияға бирҙе. Республиканың Юғары суды прокуратураның тәғәйенләнгән язаның ғәҙел булыуы тураһындағы дәлилдәрен нигеҙле тип тапты һәм хөкөм ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы, ә ялыу - ҡәнәғәтләндерелмәгән.
фото:Ксения Калинина (Башинформ).