

Шәмбе Октябрьский ҡалаһында булған ҡурҡыныс авария тураһында алдан хәбәр иткәйнек. Космонавттар урамында “ВАЗ-2112” менән “Лада Калина” бәрелешә. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, был аварияла тағы бер машина ҡатнашҡан булып сыға. Баҡһаң, “ВАЗ-2115” автомобиле тәүҙә “ВАЗ-2112”гә килеп бәрелә, ә уныһы үҙ сиратында ҡаршы һыҙаттан килгән “Калина"ға төкөлә һәм юлдан оса. Аварияла ғәйепле булған 15-се модель водителе урындан ҡаса.
“ВАЗ-2112”-лә ултырған ике кеше – 19 һәм 21 йәшлек ҡатындар алған йәрәхәттәрҙән дауаханала вафат була. “Калина”ла булған дүрт кеше иһә төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала ята. Уларҙың хәле ауыр тип баһалана, кешеләр реанимацияла.
Аварияла ғәйепле 19 йәшлек водителде тиҙ арала табып, ҡулға алалар, әле уның менән хоҡуҡ һаҡсылары эшләй.
“Комсомольская правда - Өфө” баҫмаһы аварияла һәләк булған кешеләрҙең кемлеген асыҡлаған. Улар 22 йәшлек Анна Ф. менән 19 йәшлек Елена Г. Йәп-йәш кенә ҡатындарҙың һәләк булыуы күптәрҙе тетрәндерҙе. Ә уларҙың икеһенең дә бер йәше лә тулып өлгөрмәгән сабыйҙары ҡалыуы бигерәк аяныслы.
– Аня менән Лена осрашып, әхирәтенә киткәндәр, уның менән һөйләшергә кәрәк булған. Ленаның ире үҙенең машинаһында уларҙың артынан китеп барған. Авария уның күҙ алдында булған. Икенсе машиналағы егет арҡаһында килеп сыҡҡан, шуға улар ҡаршы һыҙатҡа барып сығып, “Калина”ға бәрелгәндәр. Ҡыҙҙарҙың машинаһы юлдан осто, бик ҡурҡыныс күренеш ине, – тип һөйләй Ленаның туғандары.
Ленаның ире һөйөклө ҡатынын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Ә ҡулында ни бары дүрт айлыҡ ҡына ҡыҙы ҡалған.
– Һөйгәнем, китеп барҙың. Тыныс йоҡла, матурым, ятҡан ерең йомшаҡ булһын. Миңә һинһеҙ бик ауыр, һине ныҡ итеп яратам, – тигән уның ире.
22 йәшлек Аннаның ете айлыҡ бәпесе ҡалған. Әле ул өләсәһе янында. Ҡыҙҙарҙы ошо көндәрҙә ерләйҙәр: Еленаны бөгөн әсәһенең тыуған яғы Шаран районында, Аннаны иртәгә Октябрьский ҡалаһында.
Ҡыш көнө юлдарҙа йөрөгән саҡта хәүеф күпкә арта. Шуға күрә ошоноң ише ҡурҡыныс авариялар булмаһын, бер ғәйепһеҙ ғүмерҙәр өҙөлмәһен өсөн тиҙлекте арттырмай, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп йөрөргә кәрәк. Юлдарыбыҙ имен булһын.
Фото: "КП-Өфө".