

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһы полицияһына 82 йәшлек ҡатын билдәһеҙ әҙәмдәрҙең ҙур суммалағы аҡсаһын урлағаны тураһында хәбәр иткән.
Хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлауынса, 15 декабрҙә пенсионер магазиндан ҡайтып килгәндә уны таныш булмаған ике ҡатын туҡтата. Һаулыҡ һорашҡас, улар ситтән килеп шыршы һатыуҙары, бөгөн береһенең ҡайтып китеүе, ә икенсеһенә биш төн ҡунып сығырға торлаҡ кәрәклеге тураһында һөйләй. Түләү урынына "Яңы йылға фатирыңды биҙәрбеҙ" тигән тәҡдим яңғырай.
Бығаса белмәгән-күрмәгән кешеләрҙең хәленә инеп, хужабикә ваҡытлыса индерергә риза була. Ҡатындар уға эйәреп фатирға килә, ингәс, бүлмәләрҙе ҡараштырып йөрөйҙәр. Стенаға эленгән ғаилә фоторәсеменә килеп, береһе: "Ейәнегеҙгә боҙом һалғандар. Бер нисә көндән бәлә килә - ул үлә", - тигән.
Бындай ҡурҡыныс хәбәрҙән шаңҡып ҡала хужабикә. Шунан баланы ҡотҡарыу өсөн нимә эшләргә була һуң тип һорау артынан һорау яуҙыра. Хәҙер инде үҙен "бағымсы" тип таныштырып, ҡатындарҙың береһе ярҙам итә алыуын, хатта уның өсөн хаҡ та һорамауын белдерә. Баланы шәбәйтеү өсөн ритуал үткәрергә кәрәк, ти. Тәүҙә тәре һорап ала, шунан - һыулы стакан һәм тупраҡ. Ныҡ хафаланған хужабикә әмерҙе үтәп йүгереп кенә йөрөй. "Бағымсы", ҡайҙан белгәндер инде, өйҙә һаҡланған ҙур суммалағы аҡсаны ла өшкөрөргә кәрәклеген әйтә. Ҡотҡарыусыһына бер һүҙһеҙ 124 мең һум һаҡламын сығарып тоттора әбей. Аҡсаны ниндәйҙер сепрәккә төрөп, әллә ниндәй телдә уҡынып, шкаф кәштәһенә һала һәм төнгә тиклем асып ҡарамаҫҡа ҡуша "сихырҙы ҡайтарыусы". Барыһы ла яҡшы булыр, тип тынысландырып, ҡунаҡ ҡатындар эштәре буйынса сығып китә. Уларҙы оҙатҡас, хужабикә кис етеүен көтөп ала алмайынса аҡса төргәген аса, ә унда... - тик иҫке гәзит киҫәктәре генә. Алданғанлығы шул саҡ ҡына башына барып еткән ҡатын полицияға хәбәр итә.
Бындай хәлдәр әленән-әле ҡабатланып тора. Мутлашыусыларҙың мәкерле тоҙағына күберәк оло йәштәгеләр эләгә. Шуның өсөн таныш булмаған ят кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ, яттарҙың хәбәренә ышанмағыҙ, ә фатирығыҙға бөтөнләй саҡырмағыҙ тип иҫкәртәбеҙ ярҙамсыл, ихлас халыҡты.
Фото: Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.