

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙә Стәрлебаш районында ике участковый енәйәт эше буйынса ғәйепләнеүсене килтереү өсөн Аҡшишмә ауылына юлланған. Ул участкаға барыуҙан баш тартҡан, танышы менән полицейскийҙың пистолетын тартып алған да хоҡуҡ һаҡлаусының яурынына, аяғына атҡан.
Шунан һуң енәйәтселәр автомобилгә ултырып ҡасҡан, аҙаҡ машинаны Федоровка районында ҡалдырып киткән. Уларҙы тотҡандар. Ғәйепләнеүселәргә енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полицейскийҙарға һөжүм иткән ирҙәрҙең береһе Наил Г. (фотола һулда) 11 декабрҙән 12-һенә ҡарай төндә дауаханала вафат булған.
Бынан алдараҡ 52 йәшлек ир тотҡан саҡта үҙенә ҡул һалырға маташҡан. Уға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Икенсе ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар