

“Улыма бер йәш тә тулмаған. Шуға уның менән декрет ялындамын. Балам тыуғанға тиклем, эшләп йөрөгәндә, кредит алғайным. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ваҡытында түләй алманым һәм һуңғараҡ бала мәшәҡәттәренә сумдым. Һөҙөмтәлә хәҙер 90 мең тирәһе бурысымды, уға өҫтәп пеня менән штрафтарҙы тиҙ арала түләргә тейешмен. Быны минән суд приставтары талап итә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулымда бындай сумма юҡ. Әлегә барлыҡ килемем – балалар пособиеһы. Уға арест һаласаҡтары хаҡында әйттеләр. Был осраҡта улар хаҡлымы, әллә юҡмы?
Зәйнәп.
Бөрө ҡалаһы”.
– Аҡсаны кредитҡа алғас, ваҡытында түләп барыу яҡшы, әлбиттә. Һеҙҙең осраҡҡа килгәндә, хәүефләнергә урын юҡ, сөнки был хаҡта “Башҡарыу производствоһы тураһында”ғы 101-се Федераль законда әйтелә. Уға ярашлы, балалары булғандарға түләнгән пособие аҡсаһына, шулай уҡ әсәлек капиталына арест һалыу тыйыла. Әгәр ғаилә башлығын юғалтыу сәбәпле федераль бюджеттан пенсия алаһығыҙ икән, был осраҡта ла аҡса тейелгеһеҙ. Шуға суд приставтарының һеҙгә янауы законлы түгел.
Айһылыу НИЗАМОВА
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-10/ular-ha-lymy-yu-my-2614452