

10 декабрҙә Өфөлә VII “Заман саҡырыуҙары мәлендә хоҡуҡи системаның трансформацияһы” тип аталған Дөйөм Рәсәй юридик форумы булды. Уға ярашлы көн дауамында төрлө саралар үтте. Шул иҫәптән Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинниковтың “Граф Михаил Сперанскийҙың ете ғүмере” тип аталған яңы китабының исем туйы булды.
Ғинуарҙа бөйөк рус дәүләт эшмәкәре Михаил Сперанскийҙың тыуыуына 250 йыл тула. Ул Александр I һәм Николай I менән эшләгән, буласаҡ батша Александр Икенсегә дәүләт һәм хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәткән. Ошо уҡ кеше дәүләтте үҙгәртеп ҡороу планы тәҡдим иткән, Рәсәй Империяһының финанс, кадрҙар һәм административ системаһында бер нисә реформа әҙерләп үткәргән.
Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн уны яратмағандар, уға ҡаршы Карамзин сығыш яһаған, һәм дворяндарҙан торған ҙур төркөм төҙөлгән. Улар Сперанскийҙы һатлыҡйән, ил дошманы тип иҫәпләгән. Был ваҡиғалар тураһында уның һөргөндә яҙған көндәлегендәге хаттар аша билдәле.
"Был китап – Михаил Михайловичҡа хөрмәт билдәһе. Уның бик әһәмиәтле һәм күп ҡырлы мираҫын өйрәнеп, киләсәк быуындарға күрһәтергә тырышыуҙа", – тине Павел Крашенинников.
“Үҙенең үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ. Шуға күрә был китап беҙҙең тиҙ үҙгәреп торған донъяла бик мөһим", – тине Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина.
Китаптың исем туйынан һуң автограф-сессия үтте, унда һәр теләгән кеше Павел Владимировичтың ҡултамғаһы менән китап ала алды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.