КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
12 Декабря 2021, 12:53

Өфөлә юридик форум үтте

Форумдың программаһы бай һәм төрлө. 

Өфөлә юридик форум үттеӨфөлә юридик форум үтте
Өфөлә юридик форум үтте

10 декабрҙә Өфөлә VII “Заман саҡырыуҙары мәлендә хоҡуҡи системаның трансформацияһы” тип аталған Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтте. Ул Рәсәйҙә Юристар көнөн билдәләүгә арналды.

Сараның төп ваҡиғаһы - форумдың пленар ултырышы. Унда илебеҙҙең алдынғы юристары публик властың реформаһы, ҡануниәттең һанлы эпоха шарттарына һәм дәүләттең кеше капиталын үҫтереүҙәге мохтажлығына яраҡлашыуы, глобаль һанлаштырыу шарттарында шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, юриспруденцияның көнүҙәк йүнәлештәре, бөгөнгө юристың компетенциялары, оҫталыҡтары һәм башҡа темаларҙы ҡаралды.

Пленар ултырышта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй банктары ассоциацияһы Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Сенин, Башҡортостан Юғары суды судьяһы, республиканың атҙағанған юрисы Булат Мәсәғүтов һәм башҡалар ҡатнашты.

Пленар ултырыштың модераторы – Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина.

– Беҙ әле глобаль саҡырыуҙар осоронда йәшәйбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, һанлы технологиялар үҫеше, көндәлек тормошҡа инеп китә, ә дөйөм пандемия кеүектәре бөтә кешелек өсөн форс-мажорға әйләнә. Беҙҙең дискуссия башлыса йәмғиәт һәм дәүләт өсөн мөһим булған темаларҙың хоҡуҡи системалағы трансформацияһы аспекттарына ҡағылды, – тине ул.

Форум сиктәрендә башҡа саралар ҙа ҡаралды. Мәҫәлән, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы үтәсәк, унда 2021 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡтар яһалды һәм киләсәккә пландар билдәләнде.

 

 

 

 

 

Фото: newsfast.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-10/f-l-yuridik-forum-t-2613608
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас