КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
12 Декабрь 2021, 12:59

Бушлай юридик ярҙам күләме артасаҡ

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе конференция үткәрҙе. 

Бушлай юридик ярҙам күләме артасаҡБушлай юридик ярҙам күләме артасаҡ
Бушлай юридик ярҙам күләме артасаҡ

10 декабрҙә Өфөлә VII “Заман саҡырыуҙары мәлендә хоҡуҡи системаның трансформацияһы” тип аталған Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтте.

Форум сиктәрендә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы булды, унда 2021 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡтар яһалды һәм киләсәккә пландар билдәләнде.

Конференция эшендә Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, Дәүләт Думаһы депутаттары, ассоциацияның урындағы бүлексәләре вәкилдәре, Совет һәм Попечителлек советы ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.

Конференцияны Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина алып барҙы.

Сәләмләү һүҙендә Павел Крашенинников Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенә уңышлы эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт әйтте. Беҙҙең бүлексә эш һөҙөмтәләре буйынса быйыл да илдә беренсе урын яулаған. Был эштең юғары кимәлдә ойошторолған булыуы тураһында һөйләй.

Ирина Панькина 2021 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡтар яһаны.

– Беҙҙең ассоциацияла 1255 ағза бар. Быйыл яңы 108 кешене ҡабул иттек. Шулай уҡ 2021 йылда яңы урындағы бүлексәләр һәм халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре астыҡ. Шулай итеп урындағы бүлексәләр һаны 51, үҙәктәр – 61-гә етте. Киләһе йылда улар бөтә район һәм ҡалаларҙа ла буласаҡ һәм күберәк кешеләр юридик ярҙам ала аласаҡ, – тине ул.

Быйыл ассоциация 3,5 мең самаһы кешегә ярҙам иткән. Был һандар йыл һайын арта бара. Бушлай юридик ярҙамды башлыса түләүе ауыр булған гарждандар – пенсионерҙар, инвалидтар, эшһеҙҙәр ала. Киләсәккә пландарға килгәндә, улар бушлай юридик ярҙам күрһәтеү өсөн берҙәм колл-үҙәк булдырырға йыйына.

“Әле был йүнәлеш буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ул йәки Республикаға идара итеү үҙәгендә буласаҡ, йәки беҙҙең ассоциация нигеҙендә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа илдә ирекмәнлек хәрәкәте әүҙемләште. Был йәһәттән юристар ҙа ҡалышмай. Беҙ “Доброправо” тип аталған акция иғлан иттек, уның маҡсаты ябай – изге эштәр башҡарыу. Быйыл әүҙем рәүештә Өфө хосписына ярҙам итәбеҙ, төрлө социаль проекттарҙа ҡатнашабыҙ. Хоспистағы кешеләргә лә хоҡуҡи ярҙам кәрәк. Оҙаҡламай Күмертауҙағы балалар йортона даими нигеҙҙә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ”, – тине Ирина Панькина.

Конференция барышында ассоциацияның урындағы бүлексәләре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Күмертауҙар, урындағы телевидениела халыҡтың юридик һорауҙарына яуап биреп, файҙалы эш башҡара. Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров дөйөм эшмәкәрлек тураһында фекерҙәрен әйтте.

Аҙаҡ бүлексәгә яңы һәм өҫтәмә ағзалар, Башҡарма комитеты ағзалары һайланды, Попечителлек советы формалаштырылды.

 

 

 

Айрат Нурмөхәмәтәов фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-10/bushlay-yuridik-yar-am-k-l-me-artasa-2614577
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас