

Башҡортостанда үҫмерҙәрҙең үлемесле ағыуланыуы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 декабрҙә Шишмә районында Яна һәм уның 16 йәшлек дуҫ егете автомобилдә ағыуланған. Йәштәрҙе ябыҡ гаражда тапҡандар, машина тоҡандырылған көйө торған. Уларҙың кәүҙәләрен Янаның туғандары барып тапҡан һәм ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Үҫмер үлгән.
Социаль селтәрҙә күптәр йәштәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоп, машинала романтик осрашыу ойошторған тигән фекергә килде. Әммә хәл улай уҡ булмаған. Антон Өфөлә йәшәгән һәм Янаға ҡунаҡҡа килеп йөрөгән. Шул көндө улар гаражға машина йүнәтергә барған. Һуңғараҡ, йәштәр оҙаҡлап киткәс, ҡыҙҙың туғаны уларҙы эҙләп сығырға булған.
📣"Егет - иҙәндә, ҡыҙ водитель урынында ята ине. Улар, гаражда йыйылған газды һулап, аңын юғалтҡан. Туғаны шунда уҡ ҡыҙҙы саф һауаға алып сыҡҡан, бәхеткә, ул иҫән булған. Ә бына Антон урында йән биргән…", - тип хәбәр итте сығанаҡ.
Яна әле дауаханала ята, хәле тотороҡло ауыр. Тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар