

Фажиғә Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында биология дәресенда була. Ике 13 йәшлек үҫмер һүҙгә килешеп һуғышып китә һәм береһе икенсеһенең башына һуҡҡандан һуң, тегеһе ҡолап, иҫен юғалта. Үкенескә күрә, "Ашығыс ярҙам" килеп етмәҫ элек үк үҫмер вафат була. Был фажиға буйынса тикшереү эше бара.
Бына шулай юҡтан ғына башланған бәхәс үлем менән тамамлана. Мәктәптәрҙә балалар бер-берһенә иғтибарлы булһын ине. Беҙ, өлкәндәр, үҫмерҙәргә ошо хаҡта иҫкәртеп торорға онотмайыҡ.