КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Декабрь 2021, 11:09

Башҡортостанда көндәр йылыта

-

Башҡортостанда көндәр йылытаБашҡортостанда көндәр йылыта
Башҡортостанда көндәр йылыта

Башгидромет синоптиктары ошо аҙнаға һауа торошо фаразын бирҙе. Был мәғлүмәтте улар бөгөн, 6 декабрҙә, хәбәр итте. Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, аҙнаның тәүге көндәрендә төндә һыуыҡ булыуы көтөлә.

«7 һәм 8 декабрҙә төндә -13, -18, аяҙытҡанда -20, -27, 7 декабрҙә көндөҙ -10, -15 градусҡаса һыуыта», — тип белдерҙе белгестәр.

8 декабрҙә республикала -3, -8 градусҡа тиклем йылыта. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә.

9 декабрҙә йылы һауа торошо һаҡлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-5 градусҡа юғары була. Ҡар яуыуы көтөлмәй.

 

Башинформ.

Фото:Ксения Калинина.

Автор:
Читайте нас