

Учалы районында мировой суд «законһыҙ һунар итеү һәм ҙур зыян килтереү» статьяһы буйынса урындағы йәшәүсегә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл ғинуарҙа ғәйепләнеүсе, лицензияһы булмауына ҡарамаҫтан, үҙенең «ИЖ-43» һунар мылтығынан мышыны атып, түшкәһен автомобилдең багажнигында өлөшләтә һәм багажнигында өйөнә алып ҡайтҡан. Үҙенең ҡылығы менән ул тәбиғәткә "320 мең һумлыҡ" зыян килтергән.
Суд тикшереүе барышында ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған, ҡылыныуына үкенеп, 80 мең һум аҡсаһын ҡайтара. Суд уға, эш хаҡының 10 процентын дәүләт килеменә тотоп ҡалып, бер йыл холоҡ төҙәтеү эштәрен тәғәйенләне һәм һунар ҡоралын тартып алды. Шулай уҡ суд прокурорҙың килтерелгән зыянды ҡаплау тураһында дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
фото:"Башинформ" архивы.