

Ошо маҡсатта район үҙәгендә хәрәкәттәре сикләнгән граждандар өсөн объекттар һәм социаль инфраструктура хеҙмәтенең ҡаршылыҡһыҙ булыуын тикшереү маҡсатында эшсе төркөм автомобиль туҡталҡалары урындарын тикшереү буйынса рейд үткәрҙе. Рейд барышында нигеҙҙә халыҡ күп йөрөгән Батанов урамы тикшерелде. Сөнки ҡайһы бер водителдәрҙең, инвалидтар өсөн ҡуйылған юл билдәләрен инҡар итеп, улар өсөн тәғәйенләнгән махсус урындарға автомобилдәрен ҡуйыуы йыш ҡына хоҡуҡ боҙоуҙарға килтерә.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға сауҙа үҙәктәре эргәһендә машиналарын ҡуйыуға уңайлы урын табыуы ни тиклем ҡыйын булыуы хаҡында бөтәһе лә белә. Үкенескә күрә, ҡайһы берәүҙәр махсус урын билдәләрен күрмәгәнгә һалыша.
Рейдта ҡатнашыусылар район үҙәгенең сауҙа үҙәктәре, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы, дарыухана, Сбербанк биналары территорияларында булды. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә водителдәрҙең ҡануниәт талаптарын үтәмәүе асыҡланды. Йәғни инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән урындар буш түгел ине.
Белгестәр был киҫкен мәсьәләгә йәмәғәтселек, ойошмалар иғтибарын йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләй. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә автомобилдәрен ҡуйыу өсөн башҡа водителдәрҙең киткәнен көтөргә йә алыҫ урынға машинаһын ҡуйырға тура килә. Был да инвалидтарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Гүзәл Бохарбаева