КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
3 Декабрь 2021, 11:53

Иҫерек водитель 3 йәшлек баланың атаһын һәләк иткән

-

Иҫерек водитель 3 йәшлек баланың атаһын һәләк иткәнИҫерек водитель 3 йәшлек баланың атаһын һәләк иткән
Иҫерек водитель 3 йәшлек баланың атаһын һәләк иткән

Республикала 41 йәшлек ир эсеп алған да рулгә ултырған. Индустриаль шоссела ул Ford Explorer автомобиленә идара итә алмайынса, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм Hyundai Elantra менән бәрелешкән. Еңел машинала ир менән ҡатын, уларҙың 3 йәшлек балаһы ултырған.

Hyundai водителе - 29 йәшлек атай ныҡ йәрәхәтләнгән, 11 көндән һуң ул дауаханала йән биргән. Уның ҡатыны һәм өс йәшлек улы ла ауыр йәрәхәттәр алған.

Ғәйепләнеүсе ир үҙ ғәйебен таныған. Ул 7 йылға иркенән мәхрүм ителгән.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас