КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
1 Декабрь 2021, 11:17

Быуып үлтергән дә ташлап киткән

-

Быуып үлтергән дә ташлап киткәнБыуып үлтергән дә ташлап киткән
Быуып үлтергән дә ташлап киткән

Өфөлә 8 йәшлек ҡыҙыҡайҙы үлтереү тарихы

Былтыр йәй Өфөнөң Шөғөр йылғаһы буйында һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙың кәүҙәһе табылғайны. Енәйәттә 12 йәшлек Ярославты ғәйепләнеләр.

Ул 8 йәшлек Марина исемле ҡыҙыҡай менән танышҡан. Иртәгәһенә Ярослав Маринаға шылтыратып, тышта йөрөп килергә тәҡдим иткән. Ҡыҙыҡай ризалашҡан. Ярослав менән бергә Максим исемле малай ҙа килгән.

Балалар мәктәп артындағы ташландыҡ йортҡа уйнарға киткән. Ярослав уларға бер хәүефле уйын тураһында һөйләгән. Малай Маринаның муйынын быуған, ҡыҙыҡай йығылғас, үлгән тип уйлаған. Шунан һуң ул уның кәүҙәһен һыуға ташлаған.

Өйгә ҡайтҡанда Ярослав Никита исемле танышын һәм уның әхирәтен осратҡан, шунан уларға мәйетте күрһәтергә тәҡдим иткән. Өсәүләшеп яр буйына төшкәндәр. Никита полиция саҡыртҡан. Һуңынан инде ҡыҙҙың һыуға батып үлгәне асыҡланған.

Ярославтың атаһы балаһын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән өсөн ике тапҡыр хөкөм ителгән. Малайҙың әсәһе алты йыл элек ауырып үлгән.

Ярослав Туймазы районында урынлашҡан ябыҡ типтағы Серафимовка махсус мәктәбенә ебәрелгән.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас