КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
22 Ноября 2021, 16:59

Судта уҡ ҡулға алыуҙы һораһалар ҙа...

18 йыл буйы таныш булмаған кешеләрҙән спирт алып, Ҡазанда һатыу итеп ятҡан.  

Судта уҡ ҡулға алыуҙы һораһалар ҙа...Судта уҡ ҡулға алыуҙы һораһалар ҙа...
Судта уҡ ҡулға алыуҙы һораһалар ҙа...

Ҡазанда студенттарға араҡы һатҡан кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр иткән Татарстандың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте. Был хаҡта «КП-Өфө» белдерә.

Был ир ике статья буйынса - лицензияһыҙ күп күләмдә спиртлы эсемлек һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән продукция һатҡан өсөн ғәйепләнә. Тәфтишсенең судта уҡ ҡулға алыуҙарын һорауына ҡарамаҫтан, ирҙе ебәргәндәр.

Шул да билдәле: ул һигеҙ йыл буйы таныш булмаған кешеләрҙән спирт алып, Ҡазанда һатыу итеп ятҡан. Ошо көндәрҙә тыуған көн үткәрергә тип йыйылған бер төркөм йәштәр унан спиртлы эсемлек алып, әммә артабан шешәне быяла таҙартҡыс менән бутап, бик ныҡ ағыуланды. Бер ҡыҙ вафат булды.

 

 

 

Фото: trt -tv.ru

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-22/sudta-u-ul-a-alyu-y-ora-alar-a-2592637
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас