

И.Йәрмөхәмәтов уҡыусыларға прокуратура эшмәкәрлеге, граждандар хоҡуғын яҡлау формалары, Хәйбулла районында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында һөйләне.
Осрашыу балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар прокуратурала эшләү өсөн ниндәй белем алыу кәрәклеге, райондағы хәл-торош, шәхси практикала иң иҫтә ҡалған эш тураһында ҡыҙыҡһындылар. Балалар һорауҙарына тулы яуаптар алдылар.
1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре, Өфө ауылы мәктәбе уҡыусылары, хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары, Хәйбулла районы прокуроры һәм район мәғариф идаралығының Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Информация и фото: МКУ Управление образования Хайбуллинского района