

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдың июнендә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының энергетика цехы начальнигы урынбаҫары ике электромонтерға 1,8 метрҙан ашыу бейеклектә видеокүҙәтеү камераларын монтажлау эштәрен башҡарырға ҡушҡан.
«Хеҙмәтте һаҡлау ҡағиҙәләре һәм хәүефһеҙлек техникаһы положениеларын боҙоп, ул ток сымдарынан көсөргәнешлекте бөтөрөүҙе, шулай уҡ электр бағанаһында булған электр үткәргестәрҙе һүндереүҙе һәм тотҡарлауҙы тәьмин итмәгән. Һөҙөмтәлә 220 вольт көсөргәнешле сым 59 йәшлек электромонтерҙың кәүҙәһенә ҡағыла һәм ул һәләк була», - тип хәбәр иттеләр төбәк надзор ведомствоһынан.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен таныманы. Енәйәт эше ҡарау өсөн Йылайыр район-ара судына ебәреләсәк.
Фото:Ксения Калинина (Башинформ).