КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
23 Октябрь 2021, 05:27

Дары һаҡлаған өсөн хөкөм ителгән

Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең гаражында шартлатҡыс матдә һалынған быяла банка тапҡан.

Дары һаҡлаған өсөн хөкөм ителгәнДары һаҡлаған өсөн хөкөм ителгән
Дары һаҡлаған өсөн хөкөм ителгән

Башҡортостандың Мәләүез район суды 61 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен япты. Ул шартлатҡыс матдәләрҙе законһыҙ һаҡлауҙа ғәйепләнә.

Судҡа билдәле булыуынса, 2021 йылдың март айында полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең гаражында шартлатҡыс матдә һалынған быяла банка тапҡан.

Суд асыҡлауынса, ир 1975 йылдың авгусында Ергән ауылында утлы ҡоралға яраған 16-сы калибрлы 100 патрон һалынған сумка тапҡан. Аҙаҡ ул яһауҙар эсендәге дарыны банкаға бушатҡан. Ир утлы ҡоралға һәм боеприпастарға рөхсәте булмаһа ла, дарылы банканы гаражында һаҡлаған. Ғәйепләнеүсе аңлатып үтеүенсә, ул эсендә дарыһы булмаған гильзаларҙы, патрон-пуляларҙы коллекция итеп туплаған.

Суд ултырышында ир уға ҡарата ғәйепләүгә риза булған.

«Ҡылынған енәйәттең йәмәғәт хәүефһеҙлегенә ҡарата дәрәжәһен иҫәпкә алып, суд ирҙе ике йыл һынау ваҡыты менән өс йылға шартлы хөкөм сығарҙы», - тип хәбәр иттеләр судтан.

Приговор әлегә законлы көсөнә инмәгән.

 

 

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2021-10-22/zakon-y-r-esht-bankala-dary-a-la-an-s-n-shartly-h-k-m-itelg-n-2556277

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас