КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
17 Октябрь 2021, 12:35

"Ҡарар менән риза түгелбеҙ!"

Балаларының күҙ алдында ҡатынын сәнскеләп үлтергән иргә ниндәй яза бирелгән?

"Ҡарар менән риза түгелбеҙ!""Ҡарар менән риза түгелбеҙ!"
"Ҡарар менән риза түгелбеҙ!"

Балаларының күҙ алдында ҡатынын сәнскеләп үлтергән иргә ниндәй яза бирелгән?

Бөгөн Силәбе өлкә суды Башҡортостандың Балаҡатай районынан булған 32 йәшлек Александр Алексеевҡа ҡарата хөкөм ҡарарын яңғыратты. Ул бәләкәй балаларының һәм үткенселәрҙең күҙ алдында ҡанһыҙ рәүештә ҡатынын сәнскеләп үлтергәйне.

Зыян күреүсе яғы үлтереүсегә реаль срок даулап ҡараһа ла, суд уға "интенсив күҙәтеү аҫтында клиникала дауаланырға" тигән ҡарарын еткерҙе.

"Эксперттар комиссияһы һөҙөмтәһе Алексеевтың хроник психик тайпылышлы булыуын күрһәткән. Кешегә һөжүм иткән сағында ул нимә ҡылғанын, үҙенең йәмәғәтселеккә хәүеф тыуҙырыуын аңлар хәлдә булмаған", - тип аңлатма биргәндәр өлкә прокуратураһында.

Алексеев үҙе ғәйебен тулыһынса таныған, тик ҡылығына аңлатма бирә алмаған һәм табип күҙәтеүе аҫтында дауаланыу кәрәклегенә риза булған.

Зыян күреүсе яҡ, уларҙың адвокаты ҡарар менән риза түгел. "Әлбиттә, апелляцияға бирәсәкбеҙ. Эксперттарҙың һөҙөмтәһе нигеҙһеҙ", ти адвокат.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был ҡанлы ваҡиға 2020 йылдың июль айында булғайны. Александр Алексеев ҡатыны, балалары менән бергә теш табибына күренер өсөн ҡалаға китеп барғанда ир менән ҡатын араһында талаш сыға. Сәбәбе - көнләшеү. Артабан күҙе тонған ир, ҡурҡышынан машинанан төшөп йүгергән ҡатынын ҡыуып етеп, һалҡын ҡанлылыҡ менән сәнскеләп үлтерә. Уны балаларының ҡурҡып илашыуы ла, кешеләрҙең ҡысҡырыуы ла туҡтатмай...

Аҙаҡ тәфтишселәр тикшереү үткәргәндә ир үҙен сәйер тота башлай: ҡолағына ниндәйҙер тауыштар ишетелеүе, өйө эргәһендә сит эҙҙәр күреүе, ят әйберҙәр табыуы, ҡатыны үҙенең һөйәре менән уны үлтерергә теләүе тураһында һөйләй. Һөҙөмтәлә эксперттар уны психик сирле тип таба һәм үлтергән саҡта аффект хәлендә булған тигән фекергә килә.

 

 

 

 

Фото: chelyabinsk.bezformata.com

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-16/arar-men-n-riza-t-gelbe-2549638
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас