КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
3 Октябрь 2021, 14:48

Әҙәм аҡтығы быға тиклем дә кеше үлтергән...

Хәбәр итеүебеҙсә, Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы үлтергән әҙәмдең исем-шәрифе билдәле булды. Ул Орск ҡалаһында...

Әҙәм аҡтығы быға тиклем дә кеше үлтергән...Әҙәм аҡтығы быға тиклем дә кеше үлтергән...
Әҙәм аҡтығы быға тиклем дә кеше үлтергән...

Хәбәр итеүебеҙсә, Гай ҡалаһында өс ҡыҙҙы үлтергән әҙәмдең исем-шәрифе билдәле булды – ул 29 йәшлек Александр Лазарев. Енәйәтсенең йорттан алыҫ булмаған һыу башняһы янында ҡанлы кейемдәре табылған. Был әҙәмде полиция хеҙмәткәрҙәре ДНК буйынса асыҡлаған. Лазарев быға тиклем дә хөкөм ителгән булған. Тәүҙә Орск ҡалаһында “Әфлисун” бары етксеһен үлтереп, хөкөм ителә.

Фажиғә төнөндә фатирҙа ҡыҙҙарҙың тауыш-тыны сыҡмауын полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсе уларға йоҡлатыусы  эсемлек эсергәндер тип фаразлай. 

Әле енәйәтсене эҙләү дауам итә. Лазарев Александр Вячеславович 1991 йылдың 23 ноябрендә тыуған. Уның хаҡында мәғлүмәттәр билдәле булһа, 89619199994, 89992585146 йәки  02 телефонына мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
https://shonkar.com/news/novosti/2021-10-03/m-a-ty-y-by-a-tiklem-d-keshe-lterg-n-2528985
Автор:«Шоңҡар» журналы
Читайте нас