

1,838 миллион һумлыҡ документ төҙөлөш йәки әҙер торлаҡ һатып алыу өсөн тәғәйенләнгән.
Илеш районында йәшәгән инәй – Бөйөк Ватан һуғышыш ветеранының тол ҡатыны. Тәүҙә Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығында уны ярҙам алыусылар исемлегенә индереүҙән баш тартҡандар, йәнәһе лә, үлгән ире федераль бюджет аҡсаһына торлаҡ менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә булған хәрби хеҙмәткәрҙәр категорияһына ҡарамай.
Тол ҡатындың вәкилдәре судта был ҡарарға ризаһыҙлыҡ белдергән, ләкин уға барыбер сертификат бирмәгәндәр. Шуға ғаилә прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Идаралыҡ прокурор күрһәтмәһен алған, шунан һуң ғына ветерандың тол ҡатыны документҡа эйә булған.
https://www.bashinform.ru/bash/1652254/