КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
2 Октябрь 2021, 13:12

"Бер миллион һум бирәсәкбеҙ"

Ырымбур губернаторы Денис Паслер: "Вәхшиҙәрсә ҡылынған ҡот осҡос енәйәт асылырға тейеш - тәфтишселәргә ярҙам итәйек".

"Бер миллион һум бирәсәкбеҙ""Бер миллион һум бирәсәкбеҙ"
"Бер миллион һум бирәсәкбеҙ"

Гай ҡалаһындағы фажиғәгә ике тәүлектән ашыу ваҡыт үтте, ә өс ҡыҙҙы үлтергән әҙәм билдәһеҙ булып ҡала.

Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер был енәйәт тураһындағы мәғлүмәт өсөн бер миллион һум аҡса бирәсәктәре тураһында белдерҙе. Был сумма өлкә бюджетының ошондай түләүҙәргә тәғәйенләнгән һаҡлам фондынан бүленә.

"Беҙ бөгөн барыбыҙ берләшеп, тәфтишселәргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Вәхшиҙәрсә ҡылынған ҡот осҡос енәйәт асылырға тейеш, быға булған хәл тураһындағы мәғлүмәткә эйә һәр кеше ярҙам итә ала. Халыҡтың хәүефһеҙлеге – иң мөһиме", – тине Денис Паслер.

Тәфтишселәргә ярҙам итә алған кешеләргә +7 951 038-66-14 (tel:+7 951 038-66-14) һәм +79619199994 (tel:+79619199994) телефондарына мөрәжәғәт итеүҙе һорайҙар.

 

 

 

Фото: https://vk.com/wall139333598_102943

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-10-02/ber-million-um-bir-s-kbe-2528465
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас