КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
1 Сентябрь 2021, 06:58

Хужаһыҙ биналарҙы тартып алалар

“Росреестр” мәғлүмәттәре буйынса, республикала быйыл алты ай эсендә хужаһы булмаған 1136 күсемһеҙ милек теркәлгән.  

Хужаһыҙ биналарҙы тартып алаларХужаһыҙ биналарҙы тартып алалар
Хужаһыҙ биналарҙы тартып алалар

“Росреестр” мәғлүмәттәре буйынса, республикала быйыл алты ай эсендә хужаһы булмаған 1136 күсемһеҙ милек теркәлгән. Был биналар суд ҡарарына ярашлы муниципалитеттарға тапшырыласаҡ, һуңынан үҙ торлағын төҙөргә теләгән кешеләргә биреләсәк.

Йәмәғәтселәр төбәктә ташландыҡ биналарға күптән иғтибар йүнәлтте. Ундайҙар араһында - элекке фермалар, иген ырҙындары, келәттәр. Шулай уҡ торлаҡ йорттар ҙа бар, уларҙа бер кем дә йәшәмәгәнлектән, ҡарауһыҙ торалар. Ташландыҡ биналар ауылдарҙың йөҙөн боҙа, күп осраҡта авария хәлендә булып, кеше һаулығын, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Был мәсьәләне хәл итеүгә VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҙур өлөш индерә. Ул ташландыҡ биналарҙы файҙаланыу тәжрибәһен ил буйынса өйрәнә һәм Башҡортостан муниципалитеттары өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләгән.

"Рәсәй буйынса ауыл биләмәләренең хужаһыҙ төҙөлөштәрҙе милеккә күсереү буйынса суд тәжрибәһе ҙур. Беҙ быны атҡарыу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләп (Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы һәм республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән килеш эшләнде), 2020 йылдың июнендә уларҙы барлыҡ ҡала-район хакимиәттәренә ебәрҙек. Муниципалитеттар был методик тәҡдимдәрҙе әүҙем ҡуллана, эш башланды", – тип һөйләне Зариф Байғусҡаров.

Методик тәҡдимдәрҙә мәсьәләне хәл итеүҙең ике юлы тәҡдим ителә.

Беренсеһенә килгәндә, ташландыҡ бинаның хужаһы бар, әммә ул уны төҙөкләндермәй. Хужаға ҡарата административ комиссиялар йоғонто яһау сараһын күрә, әгәр ҙә был да тәьҫир итмәһә, объектты хужаһыҙ тип таныу буйынса суд эше башлана.

Икенсеһе - объектҡа милекселек теркәлмәгән осраҡ. Ул саҡта судҡа биреп, бинаны хужаһыҙ тип танып, муниципалитет милеге итеп рәсмиләштереү тәҡдим ителә.

Башҡортостанда төбәк законы бар, уға ярашлы, муниципалитеттағы административ комиссия бина хужалары менән эшләргә һәм уларҙы үҙҙәренең милеген ҡарамаған, төҙөкләндермәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырырға тейеш.

Әле Әбйәлил районында ташландыҡ биналарҙы асыҡлау, муниципаль милеккә тапшырыу буйынса системалы эш башланған.

"Районда бөтәһе 28 хужаһыҙ объект асыҡланды, уларҙың 13-өн ауыл биләмәләре милеге итеп таныу тураһында суд ҡарары сығарылды, ҡалғандары буйынса ғаризалар район судында ҡарауҙа", – тине муниципаль милек идаралығы буйынса бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Розалия Ҡунаҡбаева.

Уның һүҙҙәренсә, методик тәҡдимдәр эштә бик ярҙам итә. Йәнгел ауыл биләмәһендә урынлашҡан иген ырҙыны буйынса суд ҡарары бар. Элек ул совхозға ҡараған, инде 20 йылдан ашыу хужаһыҙ тора. Розалия Ҡунаҡбаева аңлатыуынса, ауыл биләмәһе милек хоҡуғын теркәүгә документтар тапшырған, киләсәктә уны үҫемлекселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән крәҫтиән (фермер) хужалығына һатыу өсөн милеккә хаҡ ҡуйыла.

Зариф Байғусҡаров фекеренсә, ташландыҡ биналарҙы алып ташлау буйынса махсус программа кәрәк. Бинаны рәткә килтереү бурысы алған эшҡыуарҙар һәм фермерҙар яңы эш урындары булдырасаҡ, яңы гранттар аласаҡ.

Муниципалитеттар өсөн дә мәсьәләне хәл итеү отошло. Бындай объекттарға хоҡуҡты теркәү төҙөлөшкә ер участкаһы ала алмағандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.

"Әгәр ҙә был мәсьәлә менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнһәк, беҙҙең ауылдарҙа ташландыҡ йорттар булмаясаҡ, сөнки улар янғын хәүефен тыуҙыра. Бындай биналарға ингән балалар һаулығына, ғүмеренә хәүеф тыуа. Шулай уҡ ошондай төҙөлөштәр ауыл йөҙөн йәмһеҙләй", – тип иҫәпләй Зариф Байғусҡаров.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
Башҡортостан гәзитенән алынды
Автор:
Читайте нас