

Учалы районының Ураҙ ауылы гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Алыҫтан күренеп торған мәғрур Ирәмәл, эргәнән генә сылтырап ағып ятҡан Яйыҡ йылғаһы, Мышағыр, Осҡолон тауҙары ауылға әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә. Әммә һуңғы ваҡытта ураҙҙарҙы йәнтөйәктәренең вәхшиҙәрсә тәләф ителеүе борсоуға һала. Ауылдан алыҫ түгел, Яйыҡ йылғаһы аръяғында "Альт-инвест" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алтын сығарыу эштәре алып бара һәм тәбиғәткә ҙур зыян килтерә.
Был предприятие Ураҙ ауылы биләмәһендә алты йылға яҡын эшләй. Ошо ваҡыт арауығында уның тарафынан бер нисә тапҡыр тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге закондар тупаҫ боҙолған. Атап әйткәндә, эшкәртелгән ерҙәр рекультивацияланмай.
Ураҙҙарҙы шулай уҡ предприятиеның төндә эшләүе һәм йылғаның күҙгә күренеп бысраныуы, һайығыуы борсой.
– Мин ошо ауылда тыуып үҫтем, бөтә ғүмерем тыуған ерем менән бәйле. "Альт-инвест" предприятиеһы мал көтә торған иркен ерҙәребеҙҙе, бесәнлектәребеҙҙе ҡот осҡос хәлгә килтерҙе. Төндәрен геүләп эшләгән техника тауышынан йоҡлап булмай. Элек рәхәтләнеп һыу ингән Яйығыбыҙ бысрап, һайығып бөттө, – ти 72 йәшлек хеҙмәт ветераны Хәтимә Фәттәхова.
Ауылда 1200-гә яҡын кеше йәшәй. Ураҙҙар үҙҙәренең берҙәм, әүҙем булыуҙары менән айырылып тора. Үрҙә әйтелгән мәсьәлә буйынса ике тапҡыр сход та уҙғарғандар, инициатив төркөм төҙөгәндәр, юғары власть даирәләренә мөрәжәғәт иткәндәр.
– Был урындар ауыл хужалығы ере булып иҫәпләнә. Былтыр унда ағастар, үләндәр үҫә ине. Биләмәне сәнәғәт категорияһына күсереү буйынса ике тапҡыр граждандар сходы уҙғарылды һәм икеһендә лә халыҡ “ҡаршы” тип тауыш бирҙе. Бөгөн күрәһегеҙ: ерҙәребеҙ соҡолоп, тәләфләнеп бөткән, – тип әсенеүен белдерҙе инициатив төркөм ағзаһы Денис Фәттәхов.
Ураҙ ауылында алтын табыу эшмәкәрлеген алып барған предприятиеның башбаштаҡлығы ҙур резонанс тыуҙырҙы. Хәлде республика Башлығы Радий Хәбиров шәхси контроленә алды. Май айында Баймаҡ ҡалаһында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ул "Альт-инвест"тың ер һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондарҙы тупаҫ боҙоуын белдерҙе, тәбиғәттән файҙаланыусы компанияларҙың лицензия шарттарын теүәл үтәргә тейешлеген һәм ерҙәрҙе мотлаҡ рекультивацияларға бурыслы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Июль айында уҙғарылған тәбиғәтте файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияла иһә "Альт-инвест" йәмғиәтенең эшмәкәрлеге айырым ҡаралды. Шул ваҡытта контроль-күҙәтеү органдары белгестәренән торған эш төркөмө төҙөп, мәсьәләне урында тикшерергә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Һәм бына кисә, 20 августа, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов етәкселегендәге ведомство-ара комиссия Учалы районының Ураҙ ауылында күсмә кәңәшмә уҙғарҙы. "Альт-инвест" эшмәкәрлек алып барған ятҡылыҡтарға барып, комиссия ағзалары ысынбарлыҡты үҙ күҙҙәре менән күрҙе, халыҡ менән осрашты.
– "Альт-инвест" – ҡатмарлы структура, уға кем хужа икәнлегенә асыҡ ҡына төшөнөп булмай. Беҙ "Террасовая-2" тип аталған биләмәләбеҙ. Күреп тораһығыҙ: бында алтын табыу эше сәнәғәт киңлегендә ҡыҙыу бара, техника, эшселәр йәлеп ителгән. Ә подрядсы ойошма етәкселеге "бында тик геология разведкаһы алып барыла" тип ышандыра. Алты йыл дауамында предприятие үҙ эшмәкәрлеге буйынса бер ниндәй ҙә отчет бирмәгән, иҫәп-хисап алып барылмай, һалымдар түләнмәгән. Бында ерҙәрҙе талау, ҡиммәтле металды законһыҙ сығарыу менән мәшғүл булыуҙары асыҡ күренә. Предприятиеның бар эшмәкәрлеге ентекле тикшереләсәк, хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙ һығымтаһын яһар, әммә беҙ бөгөн үк бында дәүләттең алтыны урланыуы, тәбиғәткә йыртҡыстарса зыян килтерелеүе тураһында ҡыйыу әйтә алабыҙ, – тине Азат Бадранов журналистар менән әңгәмәләшкәндә.
Эш төркөмө ултырышында контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре "Альт-инвест" предприятиеһына ҡарата үҙ дәғүәләрен белдерҙе. Ойошманың үҙ бурыстарын теүәл үтәүе тураһында уның вәкилдәре бер ниндәй ҙә документтар тәҡдим итә алманы. Азат Бадранов предприятие вәкилдәренә "Росприроднадзор" менән килешеп, ерҙәрҙе рекультивациялау программаһын рәсмиләштерергә, аҙаҡтан халыҡ алдында презентация яһарға тәҡдим итте.
Ә бит беренсе ведомство-ара комиссия ултырышында уҡ предприятие, әгәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәһә, лицензиянан ҡолаҡ ҡағасағы тураһында иҫкәртелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта бер нәмә лә эшләнмәй...
– "Альт-инвест" предприятиеһының киләсәге өмөтһөҙ. Уның эшмәкәрлеге туҡтатылыр, лицензияһы тартып алыныр, тип уйлайым. Әле прокуратура, "Росприроднадзор" тарафынан тикшереү бара. Һуңғы һүҙҙе улар әйтәсәк, – тине Азат Бадранов халыҡ менән һөйләшкәндә.
Ә кискә тиклем барған осрашыуҙың аҙағында вице-премьер Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан предприятиеның эшмәкәрлеге туҡтатылыуы һәм ятҡылыҡта полиция посы ҡуйылыуы тураһында белдерҙе. Был яңылыҡты ураҙҙар дәррәү ҡул сабып ҡабул итте.
Автор фотоһы.