КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Август 2021, 04:30

Үлтереүсе ҡатындың балаһының яҙмышы хәл ителде

Был ҡатынды ике айға ҡулға аласаҡтар. Ә яңы тыуған бәпесе...

Үлтереүсе ҡатындың балаһының яҙмышы хәл ителдеҮлтереүсе ҡатындың балаһының яҙмышы хәл ителде
Үлтереүсе ҡатындың балаһының яҙмышы хәл ителде

Алдан бер нисә тапҡыр хәбәр итеүебеҙсә, был дүшәмбе Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур фажиғә булды. Бала табыу йортонда бер ҡатын бүлмәләшенең яңы тыуған сабыйын тәҙрә аша ырғытты. Өсөнсө ҡаттан ҡолап төшкән бәпес урында йән бирҙе.

Аҙағыраҡ асыҡланыуынса, был енәйәтте башҡарған ҡатын психик яҡтан һау булмаған. Ауырлы саҡта эмоциональ торошо үҙгәргәс, уны психоневрология диспансерында дауалайҙар һәм иҫәпкә ҡуялар.

Хәҙер был ҡатынды, дауаланып бөткәс, ике айға ҡулға аласаҡтар. Ә бына үҙенең сабыйы менән ни булыр?

Асыҡланыуынса, яңы тыуған ҡыҙ бала атаһы менән ҡаласаҡ. Ғаилә Миәкә районында йәшәй.

“Был ғаилә профилактика системаһы органдарында иҫәптә тормаған. Матди һәм башҡа ярҙамдан улар баш тартҡан. Бәпестең законлы вәкиле ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән, шуға күрә атай кеше балаһын үҙенә ала. Опека органдары яғынан ҡыҫылыу талап ителмәй”, – тигәндәр Миәкә районы хакимиәтендә.

Һәр хәлдә, урындағы опека органдары был хәлде контролдә тотасаҡ һәм, талап ителһә, ғаиләгә төрлө яҡлы ярҙам күрһәтергә әҙер.

 

 

 

Фото: infpol.ru

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-19/ltere-se-atyndy-bala-yny-ya-myshy-h-l-itelde-2470884
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас