КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Август 2021, 11:04

“Беҙ уны ғәфү итәбеҙ...”

“Беҙ был сабыйҙы ныҡ көттөк, өсөнсө балабыҙ булһын тип бик теләгәйнек."  Бала табыу йортонда тәҙрә аша ташланғандан һуң үлгән сабыйҙың әсәһе был хәлгә ҡарата фекерҙәрен белдерҙе. 

“Беҙ уны ғәфү итәбеҙ...”“Беҙ уны ғәфү итәбеҙ...”
“Беҙ уны ғәфү итәбеҙ...”

16 августа бар республиканы тетрәндергән ваҡиға булғайны: Стәрлетамаҡта бала табыу йортонда яңы тыуған сабый үлтерелде. Хәл былайыраҡ була: бер палатала ятҡан ҡатындарға имеҙер өсөн балаларын килтерәләр. Шул саҡта ҡатындарҙың береһе тора ла, күршеһенең сабыйын алып тәҙрә аша ырғыта. Өсөнсө ҡаттан ҡолаған бәпес урында һәләк була. Аҙаҡ ул ҡатындың психик яҡтан һау булмауы асыҡлана, ул ҡулға алына.

Бөгөнгә тиклем балаһын юғалтҡан ҡатын тураһында әллә ни мәғлүмәт юҡ ине. Һөҙөмтәлә, ул үҙе социаль селтәрҙәр аша был ваҡиғаға ҡарата фекерен белдерҙе.

“Беҙ бер кемгә лә кенә тотмайбыҙ: бала табыу йортона ла, табиптарға ла, минең менән реанимацияла ятҡан был ауырыу ҡатынға ҡарата ла. Уны судҡа бирмәйәсәкбеҙ”, – тип яҙған ул.

Балаһын юғалтҡан ҡатындың исеме Виктория, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Ул өсөнсө тапҡыр әсәй булған һәм шунда уҡ тиерлек сабыйын юғалтҡан...

“Беҙ был сабыйҙы ныҡ көттөк, өсөнсө балабыҙ булһын тип бик теләгәйнек. Ғаиләбеҙҙәге мөхәббәт менән бәхетте арттырырға тырышҡайныҡ. Операция нисек үтер тип ныҡ ҡайғырғайным. Миңә ауыр булды, ваҡыт-ваҡыты менән үлермен тип уйлай инем хатта. Табиптарға рәхмәтлемен, мин дә, балам да сәләмәт булһын өсөн улар барыһын да эшләне. Бәпес тыуғас мин ныҡ бәхетле инем, ватсап аша иремә һәм өлкән балаларға шылтыратып бәпесте күрһәттем. Улдарым сабый эстә саҡта уҡ уға Володя тип исем ҡушҡайны. Туғандары тыуғас бик ҡыуандылар һәм шатлыҡтарын билдәләр өсөн Гагарин паркына киттеләр. Ә аҙаҡ фажиғәле хәлдәр арҡаһында беҙ бәпесте юғалттыҡ” – тип яҙа ул.

Виктория белдереүенсә, ул көн уларҙың ғаиләһе өсөн иң ҡурҡыныс һәм ҡот осҡос көнгә әйләнгән.

“Миңә дауа кәрәк булғас, ирем менән бала табыу йортонда ҡалырға мәжбүр булдыҡ. Беҙ мөмкин булған бөтә хистәрҙе лә кисерҙек. Ауыртыу, төшөнкөлөккә бирелеү, ҡайғы, ҡаршылашыу... Беҙ иланыҡ һәм бөтөнләй йоҡламаныҡ. Ҡайһы саҡта үҙемдең тәҙрә аша ташланғым килде. Ә аҙаҡ шуны аңланыҡ: ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Володя беҙҙе нығыраҡ яратырға һәм булғанды ҡәҙерләргә өйрәтте. Уны ла, бер-беребеҙҙе лә, башҡа балаларыбыҙҙы, ғөмүмән тормошто. Беҙ кенә тотмайбыҙ һәм барыһын да ғәфү итәбеҙ. Судҡа бирмәйәсәкбеҙ. Сөнки беҙҙе Володя ҙур һәм ысын мөхәббәт. Насарлыҡты насарлыҡ менән еңеп булмай. Мин иҫтәлеккә улымдың бер фотоһын төшөрөп өлгөрә алғаным менән бәхетле. Беҙ сабыйыбыҙ менән хушлаштыҡ. Ә бөгөн беҙҙең туй булған көн. Мин барыбер өс бала әсәһе. Ни бары бер балам йөрәгемдә йәшәй. Хәҙер беҙ Володябыҙ хаҡына көслө һәм бәхетле итеп йәшәйәсәкбеҙ”, – тип яҙған ул.

 

 

 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/novosti/2021-08-19/be-uny-f-it-be-2470721
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас