

Йылайыр район-ара судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бер нисә тапҡыр суд аҫтында булған Бүребай ауылында йәшәүсе граждан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең бинаһында булғанда полиция хеҙмәткәрҙәренә ялған мәғлүмәттәр биргән.
Ул РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса (күрәләтә ялған донос биреү) енәйәт яуаплылығы тураһында иҫкәртелеп, үҙе биргән мәғлүмәттәрҙең ысынбарлыҡҡа тура килмәүен йәки ялған булыуын аңлап, Honor 10 Lite кеҫә телефонын үҙ теләге менән Силәбе өлкәһендә К. ауылында йәшәүсегә 5000 һумға һатыуын белеп, полиция хеҙмәткәрҙәрен хата фекергә төшөрөү маҡсатында Силәбе өлкәһенең К. ауылында йәшәгән билдәһеҙ кешенең уның телефонын урлауы тураһында һәм уны енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап, ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Бүребай ауылында йәшәүсе граждан биргән енәйәт тураһындағы хәбәрҙе тикшереү барышында уның телефоны урланыуы раҫланмаған.
Тәүтикшереү органы тарафынан граждан РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса (күрәләтә ялған донос биреү) ғәйепләнә һәм эш судҡа ебәрелә. Йылайыр район-ара судының хөкөмөнә ярашлы, Бүребай кешеһе РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса (күрәләтә ялған донос биреү) ғәйепле тип таныла, ул бер йыл шартлы һынау ваҡыты менән 8 айға иркенән мәхрүм ителгән.
фото:Башинформ