КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
20 Июль 2021, 08:43

Бүребай ауылынан 28 йәшлек ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнә

    

Бүребай ауылынан 28 йәшлек ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнәБүребай ауылынан 28 йәшлек ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнә
Бүребай ауылынан 28 йәшлек ир ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнә

15 июлдә Йылайыр район-ара суды Бүребай ауылында йәшәгән 28 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен ҡарай башлаған. Ул кеше үлтереүҙә ғәйепләнә.

Суд мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың ноябрендә ир менән ҡатын араһында низағ сыға. Шул ваҡытта ир ҡатынды үлтерергә ҡарар итә.

«Ауыҙ һәм танауҙы ҡаплау арҡаһында ҡатын тын ала алмай үлә. Артабан ғәйепләнеүсе уның кәүҙәһен йәшерә», — тип хәбәр иттеләр судтың матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡатындың хәбәрһеҙ юғалыу факты буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшергәндә, 2021 йылдың мартында уның һөлдәләре табылған.

 

 

Фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас