КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Июля 2021, 03:32

Сибай ҡала суды Нигерия гражданына хөкөм сығарған

Ир Сибайҙа йәшәгән ханымды ватсап аша алдаған. Баҡтиһәң...

Сибай ҡала суды Нигерия гражданына хөкөм сығарғанСибай ҡала суды Нигерия гражданына хөкөм сығарған
Сибай ҡала суды Нигерия гражданына хөкөм сығарған

Сибай ҡала суды Нигерия гражданына хөкөм сығарған. Асыҡланыуынса, ул Мәскәү өлкәһе Балашиха ҡалаһында йәшәп, уҙған йылдың 29 октябрендә социаль селтәрҙәр аша Сибайҙа йәшәүсе ханым менән танышҡан.

Улар бер ни тиклем аралашҡандан һуң, ир WhatsApp аша ханымдан уның посылкаһын һаҡлауға үҙенә алыуҙы, шул уҡ ваҡытта бының өсөн 345046 һум түләүҙе һораған. Сит ил гражданы ҡатыға сарыф ителгән аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә биргән. Зыян күреүсе ханым уға ышанып, ирҙең иҫәбенә 345046 һум күсергән.

 

«Алдағы тикшереү эштәрендә ир зыян күргән ханымға тулы күләмдә аҡсаларын ҡайтарған. Ул енәйәттә тулыһынса үҙенең ғәйебен таныған. Енәйәт эшен ҡарауҙың һөҙөмтәләре буйынса суд уны енәйәттәрҙә ғәйепле тип таныған, һәм 2021 йылдың 4 апреленән 8 июлгә тиклем уның һаҡ аҫтында булыуын иҫәпкә алып, 50 мең һум күләмдә штраф тәғәйенләгән», — тип хәбәр итә судтың матбуғат хеҙмәте.

 

 

 

 

Фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас