ИМАН
15 Октября , 05:44

ҠАЙҒЫ-ХӘСРӘТ КИЛГӘНДӘ ОШО ДОҒАНЫ УҠЫҒЫҘ!

-

Добавить в предпочтительные источники Google

Был донъяла төрлө хәлдәр була. Бер көнөбөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһә, икенсе көнөбөҙ ҡайғы-хәсрәт алып килеүе мөмкин. Тормош шулай инде, шатлыҡ менән ҡайғы гел алмашынып тора.

 

Ә ҡайғы-хәсрәт килгәндә ниндәй доға уҡырға кәрәклеген беләһегеҙме?

 

Әгәр был доғаны белмәһәгеҙ, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйырға онотмағыҙ. ❤️

 

اَللَّهُمَّ إِنِّى عَبْدُكَ وَابْنُ عَبْدِكَ رَضِيتُ حُكْمَكَ وَقَضَائَكَ أَسْئَلُكَ أَنْ تُذْهِبَ عَنِّى غَمِّى وَحَزَنِى وَأَنْ تَرْزُقَنِى يُسْرَ عُسْرِى

 

🤲🏻 Уҡылышы:

 

Аллаһүммә иннии ғәбдүкә үәбнү ғәбдикә, радыйтү хүкмәкә үә ҡадаа'әкә. Әс'әлүкә ән түҙһибә ғәннии ғаммии үә хәзәнии үә ән тәрзүҡании йүсра ғүсрии.

 

🤲🏻 Мәғәнәһе:

 

«Йә, Раббым! Ысынлап та, мин — Һинең ҡолоң һәм ҡолоңдоң улы. Һинең хөкөмөңә һәм тәҡдиреңә ризамын. Күңелемдәге ҡайғы-хәсрәтте, борсолоуҙарҙы бөтөрөүеңде Һинән һорайым. Ауырлыҡтарҙан һуң еңеллек насип ит!»

 

🤲🏻 Аллаһы Тәғәлә барыбыҙҙы ла ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡлаһын, күңелдәребеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә именлек һәм бәрәкәт бирһен! Әмин!

 

Сығанаҡ: «Дин вә мәгыйшәт».

 

 

Автор: