ИМАН
23 Сентября , 04:27

“Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эшләр?”

Өлкән йәштәге ағай, ейәнемде уҡытырға кәрәк тип, мәсеткә эш һорап килде лә, ҡапыл ярһып, ҡысҡырырға тотондо...    

Добавить в предпочтительные источники Google
“Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эшләр?”“Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эшләр?”
“Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эшләр?”

Байтаҡ йылдар район үҙәгендә имам-мөхтәсиб булып эшләйем. Шул ваҡыт арауығында кешеләр яҙмышынан бик күпте күрергә тура килде. Иман йортона өлкәндәр йышыраҡ килгәнлектән, улар менән ҡәрҙәш кенә түгел, серҙәш тә булып бөткәнбеҙ. Шулай ҙа улар араһында ла төрлө холоҡлолар бар.

 Мәҫәлән, бер саҡ яныма 70 йәштән үткән ағай килде. Үҙен күптән беләм: ғүмер буйы яҡшы урында эшләне, етеш йәшәне, хәҙер пенсияны ла мул ала. “Һис ҡасан мәсеткә йөрөгәне юҡ ине. Нимә булды икән? – тип уйлап алдым. – Бәлки, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлына баҫырға ниәтләгәндер?” Әммә ағай бөтөнләй икенсе уй менән йөрөй булып сыҡты.

– Ҡустым, мәсетеңдә миңә берәй эш юҡмы? – тип һүҙ сурытып тормай шунда уҡ һораны ул. – Килгән кешене ҡаршылап ултырырға булһа ла ризамын. Башҡа бер урынға ла алмайҙар. Ә аҡса кәрәк, пенсияға ғына мөрхәтһенеп йәшәп булмай...

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалдым. Һаман аҡса артынан ҡыуа. Ул хәтлем нимәгә өҙгөләнәлер? Беләм, балалары өсөн барыһын да эшләне, һис ниндәй ауырлыҡ күрһәтмәйенсә, үҙаллы тормош­ҡа аяҡ баҫтырҙы, барлыҡ уңай­лыҡтар менән тәьмин итте... Ә, бәлки, ағайҙың мәсеттән эш белешеүе иманға килеү өсөн сәбәп кенәлер?

Ошо уйҙан сығып, әйтеп ҡуйҙым:

– Ғибәҙәтханаға юҡҡа тар­тыл­майһыңдыр, ағай. Намаҙға баҫырға ниәтләйһеңдер.

Ағайҙың йөҙө ҡапыл үҙгә­реп китте, күҙҙәрендә тәкәббер­лек осҡондары һиҙелеп ҡалды:

– Кит юҡты. Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эшләр? Мин бына ғүмер буйы хеҙмәт иттем, буш ваҡытым булманы тиерлек. Дин тотмаһам да, шәп йәшәнем. Балаларыма һаман да ярҙам итерлек ҡеүәтем бар әле. Пен­сиям­дың күп өлөшөн ейәнем белем алған юғары уҡыу йортона түләп торғанға, өҫтәмә аҡса булмаҫмы, тип кенә йөрөүем. Ә һин... Намаҙ, имеш, ундай нәмәләргә ваҡытым юҡ минең...

Шулай ҡапыл ҡыҙып, ярһып киткән ағайға бер ни ҙә төшөндөрә алмай ултырып ҡалдым. Мәсеттә хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эш хаҡы алмауын, дин, халыҡ мәнфәғә­тен ҡайғыртыуын, Аллаһ рәхмә­те өсөн тырышыуын да әйтеп өлгөрмәнем. Быны ишетһә, ағай ни эшләр ине икән?..

Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, тормошона һүҙ әйтерлек түгел. Көсө бар икән, ниңә хаҡлы ялда аҡса эшләүҙе дауам итмәҫкә? Балаларға кәрәкле булып йәшәү үҙе бәхет бит. Әммә икенсе яҡтан... Иманлы бала өлкән йәштәге атаһын өҫтәмә эш эҙләп йөрөргә мәжбүр итер инеме? Юҡ. Ололарҙың байтағынан: “Ярҙам итә алмай башлаһаң, балалар тыуған йортона ҡай­тыр­ға ашҡынып та тормай ул”, – тигәнде ишеткәнем бар. Күре­неүенсә, барыһы ла тәрбиәгә барып тоташа. Төп ғәйеп – ата-әсәнең үҙендә. Улар ғүмер ба­ҡый балаларына ел-ямғыр тей­ҙермәй йәшәп, иң ҙур бурысын – күңелдәренә иман, әхлаҡ һалыуҙы онота. Һөҙөмтәлә күп­тә­ре ҡартайған көндәрендә иғти­бар тойорға, үҙҙәренең барлы­ғын, кәрәклеген раҫларға теләп көн күрә. Өлкәнәйгән һайын күңел нес­кәрә, баланыҡылай йомшаҡҡа әйләнә. Ошоно иҫтә тотоп, оло­ларға йылы һүҙҙәребеҙҙе ет­керер­гә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙ­ҙы күрһәтергә онотмаһаҡ ине. Ҡай­һы берәүҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, быны аҡса менән хәл итергә тырыша. Йәнәһе, ҙур ярҙам күрһәтә. “Өлкәндәрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсәбә­тегеҙ яҡ­шы, йөҙөгөҙ яҡты бул­һын”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сә­ләм. Ололарға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһәтеү, изгелек­ле булыу – йәштәрҙең төп кешелек бурысы. Уларҙың риза­лы­ғын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгә­шеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирер.

Йәнә шуныһы: хаҡ юлдан барыу, намаҙ уҡыу ваҡытты алмай ул. Аллаһты иҫкә төшөрмәйенсә, барыһы ла тик Уның ниғмәте икәнен аңламайынса, дөрөҫ йәшәмәйенсә ғүмер уҙғарып, аҙаҡ үткәнеңә үкенергә яҙмаһын. Кешелек бурыстарын атҡарған әҙәм балаһының ҡартлығы, һис шикһеҙ, бәхеткә күмелер.

(Республика райондарының береһендә имам-мөхтәсиб булып эшләгән хәҙрәттән яҙып алынды).

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
 
 
Автор: