

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: “Иртән һәм кисен ошо доғаны өс тапҡыр уҡыған Аллаһ ҡолона бер нәмә лә зыян килтермәҫ”, — тигән.
بِسْمِ اللهِ الَّذِي لاَ يَضُرُّ مَعَ اسْمِهِ شَيْءٌ فِي الأَرْضِ وَلاَ فِي السَّمَاءِ وَهُوَ السَّمِيعُ الْعَلِيمُ
“Бисмилләәһил-ләҙии ләә йәдурру мәғасмиһи шәй’үн фил-ардыи вә ләә фис-сәмәә’и, вә һүәс-Сәмииғул-Ғәлиим”.
Мәғәнәһе:
“Исеме менән ерҙә лә, күктә лә бер нәмә лә зыян килтерә алмаған Аллаһ исеме менән. Ул — һәр нәмәне Ишетеүсе һәм Белеүсе”.
Аллаһы Тәғәлә үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы һәм яҡындарыбыҙҙы һәр төрлө бәлә-ҡазанан, ауырыуҙарҙан, яманлыҡтан һәм көтөлмәгән зыяндарҙан һаҡлаһын! Әәмиин!
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы булайыҡ!" төркөмө.