

“Раббығыҙ: “Миңә доға менән мөрәжәғәт итегеҙ һәм Мин һеҙгә яуап бирермен,” - тип әйтте”
(“Әл-Ғафир”, 60)
Доғаның өҫтөнлөктәре
Доға - ул ғибәҙәт
Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Доға - ул ғибәҙәт,” - тигән (Әбү Дауд, Нәсәи, Ибн Мәджә, Тирмиҙи)
Доға - бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоу юлы. Аллаһ Тәғәлә доға аша Үҙ ҡолдарын төрлө ауырлыҡтарҙан арындыра.
Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Доға (башыңа) төшкән (бәләнән дә), киләсәктә килер (бәләнән дә) файҙа килтерә. Эй Аллаһ ҡолдары, Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итегеҙ!” - тип әйткән (Тирмиҙи, Хәким)
Аллаһ һәр ваҡыт Үҙенә доға ҡылыусылар менән бергә
Аллаһ Рәсүле ﷺ Раббыбыҙҙың һүҙҙәрен еткерә: “Минең турала уйлаған сағында, Мин ҡолом эргәһендәмен. Мине иҫкә төшөргәнендә лә, янындамын” (Мөслим)
Доға ҡылыуға ҡағылған ҡағиҙәләр
Иң тәүҙә Аллаһҡа маҡтау әйтеп, Уның гүзәл исемдәре менән мөрәжәғәт итеү - маҡтаулы ғәмәл. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтһәгеҙ тағы ла яҡшыраҡ.
Доғаны ҡайһы ваҡыт ҡылыу яҡшыраҡ?
▪тәхәджүд ваҡытында
▪Ҡәҙер кисендә
▪фарыз намаҙҙарҙан һуң
▪аҙан менән ҡәмәт араһында
▪сәждә ваҡытында
▪йома көнөнөң һуңғы сәғәтендә
Кемдең доғаһы көслө була һәм ҡабул ителә?
▪юлсының
▪ураҙа тотоусының
▪ата-әсәнең - балаһына, баланың ата-әсәһенә ҡарата доғаһы
▪мосолман ҡәрҙәшенә ҡарата йәшерен рәүештә доға ҡылыусының
Доғаның ҡабул булыуына нимә ҡамасаулай?
-доғаға яуаптың тиҙ арала булыуын көтөү
Аллаһ Рәсүле ﷺ былай тигән: “Әгәр ҙә яуызлыҡ ҡылыу йәки туғанлыҡ ептәрен өҙөү тураһында һорамаһа, ҡолдоң доғаһы ҡабул буласаҡ. Ул ваҡиғалар ағышын ашыҡтыра күрмәһә генә инде. Унан: “Эй Аллаһ Рәсүле! Нимә һуң ул ваҡиғалар ағышын ашыҡтырыу?” - тип һорағандар. Ул былай тип яуап биргән: “Ҡолдоң: “Мин күп тапҡырҙар Аллаһҡа доға ҡылдым, әммә яуап булманы!” - тип әйтеүе. Шул ваҡытта уның күңеле төшә лә, ул Аллаһтан һорамай башлай” (Мөслим)
харам ашау
мәҫәлән, риба, урлыҡ, етемдәрҙең йә иһә башҡаларҙың малын талап алыу, эшселәреңә түләп еткермәү
Аллаһ Рәсүле ﷺ күккә ҡулдарын күтәреп доға ҡылып торған бер кеше тураһында былай тип әйткән: “Эй Раббым! Эй Раббым! Әммә уның ашағаны харам, эскәне харам, кейгәне харам. Уға харам һеңеп бөткән... Ундай кешенең доғаһына ниндәй яуап булһын?!” (Мөслим) Изгелеккә саҡырмау, яуызлыҡтан араламау
Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Аллаһ менән ант итәм, һеҙ мотлаҡ изгелеккә саҡырырға, яуызлыҡтан араларға тейешһегеҙ. Юғиһә, Аллаһ һеҙҙе һис кисекмәҫтән язаға тарттырыр. Шунан һуң һеҙ Унан һорарһығыҙ, әммә Ул яуап бирмәҫ,” - тигән (Әхмәд, Тирмиҙи)
Сығанаҡ һәм фото: "Иманлы бул" төркөмө.