ИМАН
21 Август , 08:03

Изге йома көнөндә әруахтарыбыҙға доға ҡылайыҡ

-

Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим.
Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!

 

Әлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Үәс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғин.

 

Йә, Аллаһым! Ҡөрьән уҡырға ниәт ҡылдым — Үҙеңдең ризалығың өсөн, Үҙеңдең рәхмәтеңә ирешеү өсөн, шайтандан йыраҡ булыу өсөн һәм иман менән баҡыйлыҡҡа күскән ҡәбер әһелдәренең рухтарын шатландырыу өсөн.

 

«Фатиха» сүрәһе

 

بِاِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَانِ الرَّحِيمِ . الْحَمْدُ لِلَّهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ . الرَّحْمَانِ الرَّحِيمِ .
مَالِكِ يَوْمِ الدِّينِ . إِيَّاكَ نَعْبُدُ وَإِيَّاكَ نَسْتَعِينُ . اهْدِنَا الصِّرَاطَ الْمُسْتَقِيمَ .
صِرَاطَ الَّذِينَ أَنْعَمْتَ عَلَيْهِمْ غَيْرِ الْمَغْضُوبِ عَلَيْهِمْ وَلَا الضَّالِّينَ .

 

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Әл-хәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Әр-рахмәәнир-рахиим. Мәәлики йәүмид-диин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғииин. Иһдинәс-сыйрааталь-мүстәкыыим. Сыйрааталләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайрил-мәғдууби ғәләйһим үәләҙ-дааааллиин. Әәмиин.

 

«Кәүҫәр» сүрәһе

 

بسم الله الرحمن الرحيم . إَنَّا أَعْطَيْنَاكَ الْكَوْثَرَ .
فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ . إِنَّ شَانِئُكَ هُوَ الْأَبْتَرُ

 

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫәр. Фәсалли ли Раббикә үәнхәр. Иннә шәәниәкә һүәл-әбтәр.

 

«Ихлас» сүрәһе («Ҡул һүәллаһ»)

 

بسم الله الرحمن الرحيم . قُلْ هُوَ اللهُ أَحَدٌ . اَللهُ
الصَمَد . لَمْ يَلِدْ وَلَمْ يُولَدْ . وَلَمْ يَكُنْ لَهُ كُفُوًا أَحَدٌ .

 

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Ҡул һүәллааһү әхәд. Аллааһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүүләд. Үә ләм йәкүл-ләһүү күфүүән әхәд.

 

«Фәләҡ» сүрәһе

 

بسم الله الرحمن الرحيم . قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ الْفَلَقِ . مِنْ شَرِّ
مَا خَلَقِ . وَمِنْ شَرِّ غَاسِقٍ إِذَا وَقَبَ . وَمِنْ شَرِّ النَّفَاثَاتِ
فِي الْعُقَادِ . وَمِنْ شَرِّ حَاسِدٍ إِذَا حَسَدَ .

 

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Ҡул әғүүҙү бираббил-фәләҡ. Миң шәрри мәә халаҡ. Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб. Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғуҡад. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд.

 

«Нәс» сүрәһе

 

بسم الله الرحمن الرحيم . قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ النَّاسِ .
مَالِكِ النَّاسِ . إِلَهِ النَّاسِ . مِنْ شَرِّ الْوَسْوَسِ الْخَنَّاسِ .
اَلَّذِي يُوَسْوِسُ فِي صُدُورِ النَّاسِ . مِنَ الْجِنَّةِ وَالنَّاسِ .

 

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!
Ҡул әғүүҙү бираббин-нәәс. Мәәликин-нәәс. Иләәһин-нәәс. Миң шәррил-үәсүәсил-ханнәәс. Әлләҙии йүәсүисү фии судүүрин-нәәс. Минәл-жиннәти үән-нәәс.

 

Бисмилләәһир-Рахмәәнир-Рахииим!

 

Сүбхәәнәкә Раббикә Раббил-ғиззәти ғәммәә йәсифүүүүн. Үә сәләәмүн ғәләл-мурсәлиииин. Үәлхәмдүлилләәһи Раббил-ғәәләмиин.

 

Йә Раббым! Ошо сәғәттә бер Үҙеңдең генә ризалығыңды өмөт итеп уҡыған Ҡөрьән аяттарымды, барлыҡ кәмселек-хаталарымды ғәфү итеп, Үҙеңдең сикһеҙ мәрхәмәтең менән ҡабул ит.

 

Унда булған әжер-сауаптарҙы ғаләмдәргә рәхмәт итеп ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең рух шәрифтәренә ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Ҡиәмәт көнөндә шәфәғәттәрен беҙгә лә насип ит.

 

Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдең һәм анабыҙ Һауа радыйаллаһу ғәнһәнең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл.

 

Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып бөгөнгө көнгә тиклем ер йөҙөнә килеп киткән барлыҡ мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл.

 

Зыяраттарыбыҙҙа мәрхүм-мәрхүмә булып, беҙҙән доға өмөт итеп ятҡан барлыҡ мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл.

 

Минән (ошо нигеҙҙән) доға өмөт иткән вафат булған барлыҡ туғандарымдың — атай-әсәйҙәремдең, олатай-өләсәйҙәремдең, остаздарымдың, «доғанан ташлама» тип васыят әйткән дуҫтарымдың, таныштарымдың, күршеләремдең — рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Уларҙы минән риза ҡыл. (Теләһәгеҙ, мәрхүмдәрҙең исемдәрен атап та доға ҡылырға була.)

 

Ҡәберҙәрен иман нуры, Ҡөрьән нуры, Ислам нуры менән нурландыр. Донъяла бәндәселек менән ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү ит, ҡылған изгелектәренең сауабын арттыр, ахирәттәге урындарын йәннәттә ҡыл.

 

Уҡыған Ҡөрьән аяттарыбыҙҙы уларға Сират күперен үткәндә юл күрһәтеүсе, тамуҡ утынан пәрҙә һәм йәннәткә инеүҙәренә сәбәпсе ҡыл.

 

Әәмиин. 🤲

 

Сығанаҡ: "Иманлыҡ булайыҡ" төркөмө

Автор:
Читайте нас