Сөскөргәс, «Әлхәмдүлилләһ» тип әйтергә кәрәклеген белә инегеҙме? Ә ни өсөн шулай әйтергә кәрәклеген беләһегеҙме? Хәҙер барыһын да аңлатабыҙ.
СӨСКӨРӨҮ:
Кешегә танау ҡыуышлығында йыйылған туҙан бөртөктәренән һәм аллергендарҙан арынырға ярҙам итә.
Организмдан күп һанлы бактерияларҙы сығарырға ярҙам итә.
Сөскөргәндә танау аша үткән һауа ағымы организмдың һаҡланыу реакцияһының бер өлөшө булып тора.
Зыянлы матдәләрҙең һәм бактерияларҙың үпкәгә эләгеүенән һаҡларға ярҙам итә.
Тын юлдарын таҙартыуға булышлыҡ итә.
Тимәк, сөскөрөү ҙә — Аллаһ Тәғәләнең беҙгә биргән ниғмәттәренең, рәхмәтенең береһе.
Сөскөргән кеше «Әлхәмдүлилләһ» — «Аллаһҡа маҡтау булһын» тип әйтә.
Әгәр янығыҙҙағы кеше сөскөрөп, «Әлхәмдүлилләһ» тиһә, уға «Йәрхәмүкәллаһ» тип әйтеү — сөннәт. Бының өсөн сауап яҙыла.
«Йәрхәмүкәллаһ» — «Аллаһ һиңә рәхмәтен бирһен» тигән мәғәнәлә.
Сөскөргән кеше яуап итеп:
«Йәһдикүмуллаһу үә йүслиху бәәләкүм», — ти.
Мәғәнәһе: «Аллаһ һеҙҙе тура юлға күндерһен һәм хәлегеҙҙе яҡшыртһын».
ҮРНӘК:
—
Әлхәмдүлилләһ!
— Йәрхәмүкәллаһ!
— Йәһдикүмуллаһу үә йүслиху бәәләкүм!
Сөскөргән мәлде лә сауап алыу мөмкинлегенә әйләндерәйек!
Сығанаҡ: Иманлы булайыҡ!