Һәр көндө Аллаһҡа шөкөр итеп, Унан уңыштар, именлек һорап башлайыҡ.
Ике доға тәҡдим итәбеҙ:
1. "Аллаһуммә инни әсъәлүкә хайра мә фи һәзәл яум вә хайра мә бәғъдәһү вә әғүҙү бикә мин шәрри мә фи һәзәл яум вә шәримә бәғъдәһү».
Мәғәнәһе:
"И, Раббым, мин Һинән был көндөң изгелектәрен һорайым. Был көндә мине бөтә бәлә-ҡазанан ҡотҡарһаң ине. Бөтә боҙоҡлоҡтарҙан, зарарҙан һаҡлаһаң ине. Ошо көндә генә түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла мине бөтә изгелектәреңә өлгәштерһәң ине. Бөгөн һәм башҡа көндәрҙә лә бәлә-ҡазанан һаҡлаһаң ине".
2. "Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ".
Мәғәнәһе:
"Йә Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, Һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам".
Имен көндәр, яҡшы ял теләйбеҙ!